Радий Хәбиров: Башҡортостан йәштәре иң яҡшылары!

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының «Йыйын-2023» 4-се йәштәр гражданлыҡ форумында ҡатнашты.

Бөрйән районында палаткалы лагерь форматында ойошторолған сарала 1 мең ярым кеше ҡатнаша. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын бер майҙанға йыйҙы. Төрлө белем арттырыу, дискуссия майҙансыҡтары, ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале, дизайнерҙар конкурсы, «Атайсал» йәш яҡташтар һәм «Беренселәр хәрәкәте» осрашыуҙары ойошторолдо. Унда Радий Хәбиров ҡатнашты һәм йәш ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Йыйында Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына ла йомғаҡ яһала. Егеттәр һәм ҡыҙҙар социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн миллион һумлыҡ грант аласаҡ.