Башҡала инженер инфраструктураһында эре күләмле тип танылған коммуналь объект -канализация коллекторы — ҡоролошо "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" Милли проектының "Стимул" федераль программаһына ярашлы бойомға ашырыла.
"Затон-Көнсығыш" канализация-һурҙырыу станцияһынан ҡала һыу таҙартыу ҡоролмаларына тиклем һуҙылған коммуналь коллектор торбаларының оҙонлоғо 27 километр тирәһе. Бөгөнгә төҙөүселәр эштәрҙең 80 процентын атҡарып сыҡҡан.
Станцияның ҡеүәте тәүлегенә 142 кубометрҙан ашыу аҡма күләмгә иҫәпләнгән. Ул Ағиҙел аръяғы биләмәһенән йүнәлтелгән ағымдарҙы артабан төҙөләсәк коллектор аша ҡала һыу таҙартыу ҡоролмаларына тапшырасаҡ.
Коммуналь коллектор төҙөлөшө дүрт өлөштән торһа, канализация һурҙырыу станцияһы уның тәүгеһе. Әлеге мәлдә станция биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре бара. Майҙанда дүрт тиҫтәгә яҡын кеше, 15 берәмек техника йәлеп ителгән.
Әлегә төҙөүселәр эшкә ҡушыу-көйләү мәшәҡәттәре менән шөгөлләнә. Дүшәмбенән станцияла идара итеү йыһаздарын урынлаштырыу көтөлә.
Ҡорамалдарҙы нығытып станцияны эшкә ҡушыу менән бында камераларҙағы хәрәкәтте күҙәтеүсе операторҙан башҡа белгес талап ителмәй. “Яңы заманса” исеменә тап килгән йәнә бер бина канализация-һурҙырыу объектына хас еҫтәргә сик ҡуя. Озонлау станцияһына тәғәйен йыһаздарҙы киләһе йылдың мартында көтәләр.