Өфөнөң Комсомол урамындағы туғыҙ ҡатлы йортҡа ер аҫтында ҡалыу хәүефе янай

Ай һайын бина аҫтында урынлашҡан торбалар шартлау сәбәпле бөтә подвалды һыу баҫа.

Комсомол урамының был йортон һыу баҫыу күптән инде ғәҙәти күренеш, ти Татьяна Глазьева. Фатир хужаһы бер нисә йыл рәттән тәъмин итеүсе ойошмалар тупһаһын тапай. Әммә ярҙам итергә теләүселәр юҡ, хәл ҡайһы берҙә абсурдҡа барып етә, ти ҡатын.

Бина аҫтындағы торбалар көн һайын тиерлек сафтан сыға. Ошо көндәрҙә генә авария арҡаһында йорт хужалары өс көнгә һыуһыҙ ҡалған. Проблема хәл ителгән, әммә урындағы халыҡ әйтеүенсә, оҙаҡҡа түгел. Йорт янындағы асфальт бер нисә көн кипмәй ата. Подвал эсендә хәл тағы ла киҫкенерәк.

Подвалды һыу баҫыу электр системаһына зыян килтерә, йортто йылытыу миҙгеленә әҙерләүгә ҡамасаулай. Ул ғына ла түгел. Бина ер аҫты күленең карст бушлыҡтарында тора. Шуға күрә уның нигеҙе янында даими коммуналь ҡаҙыуҙар эше йортҡа хәүеф менән янай, ти халыҡ.

85 йәшлек Ирек Макулов әйтеүенсә, сафтан сыҡҡан торбалар арҡаһында урындағы халыҡ ҡына түгел, тирә-яҡ милекселәр лә зыян күрә. Ошо көндәрҙә генә ир-егеттәр үҙ гараждарынан һыуҙы һурҙырып алған.

Уфаводоканал хәбәр итеүенсә, проблеманы хәл итеүҙең берҙән-бер юлы – киләһе йыл сафтан сыҡҡан тарбаларҙы алмаштырыу.

Дәүләт торлаҡ күҙәтеүенән хәбәр итеүһәренсә йорт фатирҙарын һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү тергеҙелеүгә ҡарамаҫтан,йорт йылытыу миҙгеленә әҙер түгел. Хәлде Совет районы хакимиәте лә иғтибарҙа ысҡындырмай.

Йорт хужаларының иһә бер генә теләк – иҫке торбаларҙан ҡотолоп, ниһәйәт, тыныс тормош менән йәшәп алып китеү.