Быға күршеләрҙең сафтан сыҡҡҡан коммуникациялары сәбәпсе була.
Биҙрә, тас, сепрәк-швабралар былар барыһы ла ҡул аҫтында. Алһыу Саҙретдиноваға бер аҙна инде иҙәнгә йыйылған һыуҙы һөртөргә тура килә.
Һыу өҫтәге күршеләрҙән тама. Нисек кенә фатир хужаларының ишектәрен астырырға тырышһалар ҙа, бушҡа. Полицияға, коммуналь хужалыҡ идаралығына, ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәй.
Был бәлә ҡалған торлаҡ хужаларын да урап үтмәй. Күптән таушалып бөткән торбалар ҙа быға сәбәпсе булыуы мөмкин, ти улар.
Фатир хужаһын табылһа ла был ваҡиға өсөн яуап биреүҙән ҡасыу яғын ҡараны.
Коммуналь авария урынына идарасы компания вәкиле лә килде. Асыҡланыуынса, ванна бүлмәһендә канализация торбаһы тишелгән.
Хәҙер фатир хужалары күрелгән зыянға түләтеү өсөн һыу баҫҡан ерҙе фотоға төшөрөп, шаһиттәрҙы саҡырып акт төҙөргә тейеш. Тағын да бер ысул – ошондай хәлдәрҙән торлаҡты страховкалау.
Алһыу Саҙретдинова һәм уның күршеләре күрелгәнзхыян өсөн тейешле компенсация аласаҡ, ә тишелгән торбаны коммуналь хеҙмәттәр ваҡытлыса булһа ла ҡоршап ҡуйҙы.