Төньяҡ амурҙары йәнһүрәте тамам. 70 минутлыҡ анимация фильмы тиҙҙән прокатҡа сыға. Әле коллектив Рәсәй кинотеатрҙары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Шулай уҡ мультипликаторҙар яңы проект өҫтөндә эш башлаған.
Ябыҡ, тулы, көслө, егет һәм ҡарт — батыр Йомағужа, Ҡылысбай ҡарт, гел бәхәсләшеүсе умартасылар Ихсан менән Усман, йәш Ғәбит — бына улар төп геройҙар. Был бишәүгә тормоштан алынған герой - “Муха” студияһын асыусы Виталий Мөхәмәтйәновтың образы ла өҫтәлә. Улар шведтар менән һуғышҡа юллана. Ә 20 йылдан һуң 1812 йылда ҡартайған Ғәбит ауылдаштарының улдары менән Наполеон ғәскәрен тар-мар итә.
Тәүгеләрҙән булып “Төньяҡ амурҙары”н саҡырылған ҡунаҡтар, журналистар, йәнһүрәтте эшләгән кешеләр күрә. Премьера алды сеансы 27 августҡа тәғәйенләнгән. Ә 31 августтан йәнһүрәт “Башҡортостан” кинотеатрҙарына сыға, 12 октябрҙән уны Рәсәй тамашасылары күрә ала. Йәнһүрәт авторҙары үҙҙәре түҙемһеҙлек менән премьера көнөн көтә. Бигерәк тә тамашасыларҙың “Төньяҡ амурҙары”н нисек ҡабул итеүе ҡыҙыҡһындыра уларҙы.
Йәнһүрәт геройҙарын йәнләндереүҙә бихисап мультипликаторҙар ике йыл тырышып эшләне. Бер хәрәкәтте һынландырыу өсөн генә лә бик күп белгестең көсө һалына.
Тотошлай оркестр көйҙәре йәнһүрәтте биҙәй. Анимация фильмының төп биҙәгенең береһе – геройҙарҙың тауыштары. Асҡар Абдразаҡов, Фидан Ғафаров, Азамат Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Радик Юлъяҡшин, Әминә Шафиҡова, Лилиә Ғүмәрова, Эльвира Айытҡолова, мультипликаторҙар үҙҙәре, хатта "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев та тауышландырыуҙа ҡатнаша.
Төп геройҙарҙың береһе бәһлеүән Йомағужа тауышы беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Анатолий Бережнойҙыҡы. Тамашасылар уны Константин Бережной тип таный.
Анатолий Бережной быға тиклем дә “Муха” студияһы һәм “Башҡортостан” киностудияһының бер нисә проектында ҡатнашҡан.
Төньяҡ амурҙарының тарихы был йәнһүрәт менән генә тамамланмай. Мультипликаторҙар тамашасылар өсөн яңы бүләк әҙерләй. Унда йәнһүрәт геройҙарының бүләләре Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ә был кадрҙа иһә, һеҙ Шайморатовтың бала сағын күрәһегеҙ. Уны эшләү өсөн проект авторҙары хатта экспедицияға барып ҡайтҡан. Ул турала үҙҙәре һөйләргә әҙер. Дмитрий, расскажите, для чего нужна была экспедиция.
Әлегә йәнһүрәттең эш исеме – Шайморатов генерал. Уны әҙерләүгә яҡынса 24 ай китер, тип фаразлай оҫталар. Эштең әленән үк ҡыҙыу барыуына ҡарағанда, бәлки иртәрәк тә тамамларҙар. Студиялағы иң мауыҡтырғыс кабинеттарҙың береһен күреү был фекерҙе нығытып та ҡуя.
Хәрәкәтте ҡабул итеү костюмы датчиктар менән йыһазландырылған. Уны кейгән егеттең хәрәкәттәре компьютерҙа теркәлә һәм, һәр кемегеҙ төҫмөрләгәндер, Миңлеғәле Шайморатовтың кәүҙәһен терелтә. “Муха” студияһы “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә бына шундай мөһим эш башҡара – батырҙарыбыҙҙың данын мәңгеләштерә.