Уның беренсе сменаһы легендар 112-се башҡорт атлылар кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә ойошторолдо. Республика Башлығы ошо уңайҙан Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды һәм "Ватан" ирекле отряд хәрбиҙәренә наградалар тапшырҙы. Ҡарауыл билдәле комдив һәйкәле янында йәйге ваҡытта көн һайын киске етенән 9-ға тиклем була. Ҡышын сәғәт 12-нән 13 сәғәт 30 минутҡа тиклем вахтала торасаҡ.
Өфөләге Совет майҙанында почетлы ҡарауыл менән хәтер вахтаһы булдырылды
Өфөләге Совет майҙанында почетлы ҡарауыл менән хәтер вахтаһы булдырылды.