65 йыл элек Нияз Мәжитов башлаған эште бөгөн уның уҡыусылары һәм йәш археологтар дауам итә.
Кушнаренко урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Азамат Хәйретдинов ҡаҙыу эшендә тәжрибәле – ул өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Быға тиклем Шишмә районындағы Тура хан ҡәберлегендә лә булырға тура килде ти ул.
Был эште бушҡа ғына ювелир һөнәре менән сағыштырмайҙар. Иғтибарлыҡ һәм түҙемлелек талап итә.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ирекмән егет-ҡыҙҙар киләсәктәрен башҡа һөнәр менән бәйләргә теләһә лә, ҡаҙыу эшен ҡыҙыҡһынып башҡаралар. Бындай шөғөл ниндәйҙер кимәлдә уйҙы тәртипкә һалырға, хатта нерв сисиемаһын да көйләргә ярҙам итә ти улар.
Кушнаренко тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Илфир Ҡадиров экспедицияға 22-се йыл йөрөй. Был серле лә мауыҡтырғыс та шөғөлгә ул мәктәп уҡыусыларын да ылыҡтыра алған. Ҡәберлек 1958-се йылда уҡ тикшерелә башлай, ә беренсе мәғлүмәттәр 1902-се йылда уҡ билдәле була.
Ҡәберлектә бер нисә мәҙәниәт вәкилдәре ерләнгән. Тарихи урынды 65 йыл элек Нияз Мәжитов табып, эҙләнеүҙәр башлай. Әле остаздарының эшен тарихсының уҡыусылар дауам итә. Тарихи урынды тикшергән ваҡытта археологтар беренсе тапҡыр парлы һәм бала ҡәберҙәренә тап булған. Был бик һирәк осрай торған күренеш, ти белгестәр.
Ә 4-5 йәшлек сабый ҡәберлеге — бөтөнләй һирәк осрай торған күренеш. Һуңғы 65 йылда ул тәү тапҡыр табылған. Әлеге мәлдә ҡәберлектә 17 ерләү урыны ҡаҙылған... шулай ҙа бында ғы ҡыҙҙар өсөн иң ҡыҙыҡлыһы бына ошондай биҙәүестәр табыу... Уларҙың әле ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡымы әллә ир-егеттәрҙекеме икәнлеген әйтеүе ауырыраҡ...