Актер, йырсы, ҡурайсы, уҡытыусы Ғата Сөләймәнов 1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһында белем алған иң яҡшы студенты Марат Түләбаевҡа был иҫтәлекле музыка инструментын бүләк иткән булған. Ваҡытында билдәле ҡурайсы уның менән Прагала үткән Бөтә донъя йәштәрҙең һәм студенттарҙың фестивалендә сығыш яһаған. Үҙенсәлекле экспонат менән "Урал батыр" эпосына арналған бүлектә танышырға мөмкин.
Шүлгән-таш музейында Ғата Сөләймәновтың 1947 йылғы үҙенсәлекле ҡурайы һаҡлана
Шүлгән-таш музейында Ғата Сөләймәновтың 1947 йылғы үҙенсәлекле ҡурайы һаҡлана