Башҡортостанда 970 мең самаһы кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән.
Иҫкәртеү прививкаларының милли календарына ярашлы, республикала 1,2 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау планлаштырылған. Федераль ҡаҙна иҫәбенә төбәккә өс партия вакцина килтерелгән. «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төбәк бюджеты аҡсаһына 9,5 мең доза «Гриппол плюс» вакцинаһы һатып алынған, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Халыҡты иммунизациялау өсөн һәр муниципаль берәмектә табиптар бригадаһы булдырылған. Улар кәрәкле ҡорамалдар һәм бер тапҡыр ҡуллана торған шприцтар менән тәьмин ителгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 18 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, киҙеү йоҡтороу осрағы юҡ.