Ер өсөн көрәш

Тулыраҡ: Ер өсөн көрәш

Кушнаренко районы Шәрип ауылында йәшәүсе тиҫтәләгән ғаилә тейешле ер участкалары өсөн көрәшә. Күп балалы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һәм йәш ғаилә булараҡ сиратҡа баҫыусылар йылдар буйына ер бүлемдәрен ала алмай төрлө инстанциялар ишеген шаҡый. 3 синыфта уҡыусы Никита математиканан мәсьәләләр сискәнсе уның ата-әсәһенә күпкә ҡатмарлыраҡ проблемалар хәл итергә тура килә. Нисек итеп торлаҡ шарттарын яҡшыртырға?Максименколар ғаиләһе 34 квадрат метр майҙанда 5-әүләп көн күрә. Өлкәне дәрес әҙерләгәнсе бәләкәйҙәренә уйындан тыйылып торорға тура килә. Бәләкәй мөйөштө лә йәш ғаиләгә хужабикәнең әсәһе бүлеп бирә. Иркенерәк булһын өсөн улар йорттоң бер өлөшөн бүлеп айырым инеү урыны эшләп ала. 100 квадрат метрлыҡ йортта уның тағы ла 3 туғаны ғаиләләре менән төпләнгән. Хәҙер бер ҡыйыҡ аҫтында 14 кеше көн күрә.Йәш ғаиләләргә бушлай ер бирелеүе хаҡында белеп ҡалғас та, Максименколар ғариза яҙып кәрәкле документтар йыя. Ярты йыл буйына уларҙы әле теге, әле был сәбәп менән сиратҡа ҡуймайҙар.Ер алыуға сиратта тороусыларҙың урындағы хакимиәт эшенә дәғүәләре етерлек, чиновниктар үҙ кешеләренә генә бүлә, ә сиратта кем нисәнсе торғанын һәм ҡасан ер бирелерен бер кем дә аңлатмай тип зарлана улар. Шәрип ауылының үҙәгендә участкалар бүленә башлағас сиратта тороусылар ҙа яҡшы ер бүлемдәрен алырына ышана. Тик өмөттәр бушҡа булып сыға. Иң яҡшы ерҙәр эшҡыуарҙарға һатыла, хәҙер бында ултырған йорттар 3-әр миллионға һатыуға ҡуйылған.Ә мохтаждарға ауыл ситендәге яландан ер бирелә. Ауыл биләмәһе башлығы торлаҡ төҙөлөшө өсөн ерҙәрҙең бер өлөшө асыҡ һатыуға сығарылырға тейеш тип аңлатты. Максименколар ғаиләһе быйылға был исемлеккә эләгеп өлгөрмәй, шулай ҙа яҙға улар күптән көткән үҙ бүлемдәрен алырға тейеш. Тимәк ҙур ғаиләһенең үҙ нигеҙе барлыҡҡа киләсәк, төҙөлөшкә тип ғаилә әсәлек капиталы сертификатын 6 йыл һаҡлап тота.