Ошо турала йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһаған эксперттар белдерҙе. Һайлауҙар барышын яҡтыртыу өсөн Өфөлә журналистар өсөн айырым үҙәк тә эшләне.
Көн дауамында ваҡытлы матбуғатсаралары вәкилдәре менән сәйәсмәндәр, төрлө фирҡәләр вәкилдәре осрашты. Улар әйтеүенсә, унынсы сентябрҙә үткән тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә республика парламенты кәм тигәндә лә 50 процентҡа яңырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостандың закондар сығарыу буйынса төп органы алдында етди бурыс тора. Тәү сиратта, ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм уларҙың үтәлешен ныҡлы күҙәтеүгә алыу.
Башҡортостан парламентының етенсе саҡырылыш составы күп партиялы булыуы асыҡ. Бындай үҙгәреш айырым бер мөмкинлек бирә. Бөгөнгө шарттарҙа яңы депутаттар халыҡҡа мөмкин тиклем яҡын булыуы шарт.
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә йәкшәмбелә уҙған һайлауҙар барышы, көн дауамында теркәлгән һәм ваҡиға, тауыш биреүселәр хоҡуғын яҡлау буйынса һәм осраҡҡа бәйле ентекле баһа бирҙе.