Юлдың ябыҡ участкаһында ниндәй эштәр башҡарыласағы, водителдәргә нисек булырға һәм йәйәүлеләргә ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Өфөләр өсөн ғәҙәти булған ағиҙел буйындағы юл бөгөн автомобилселәрҙе тыйыу билдәләре менән ҡаршы алды. Бында бетон блоктар ҡуйылды.
Юлды урындағы Дубнячки урамынан алып Сочи урамы на тиклем киләһе йыл аҙағына хәтлем ябыла. Барыһы ла Ағиҙел аша үткән аркалы күперҙе капиталь ремонтлау арҡаһында. Төҙөүселәр реконструкцияның яңы этабына күсә. Хәҙер эшселәр бетон таяуҙарҙы тәртипкә килтерә, улар ярты быуат файҙаланыу осоронда яраҡһыҙ хәлгә килгән. Артабан подрядсыларҙы икенсе участка көтә.
Эштәр 2022 йылдың мартынан алып барыла. Юл үткәргес Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе булып тора. Әлеге ваҡытта яр буйында хәрәкәтте сикләү ошо участкала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән бәйле.
Ҡала хеҙмәттәре вәкилдәре автомобилселәргә маршруттарын алдан планлаштырырға кәңәш итә. Үҙгәрештәр йәйәүлеләргә лә ҡағыла. Улар өсөн ябыҡ йәйәүлеләр галереяһы төҙөләсәк. Әммә ваҡыты менән күперҙәге ҡатмарлы эштәр осоронда уны ла хәүефһеҙлек маҡсатында ябалар.
Өфөгә көньяҡтан инеү һәм унан сығыу йүнәлешендә аркалы күперҙе файҙаланыуға тапшырғандан һуң — юл 11 һыҙатлы буласаҡ. Әлегә автомобилселәргә тығындарҙа торорға тура килә, сөнки ҡаланың төрлө өлөштәрендә юл эштәре алып барыла. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технология университеты эргәһендәге Зәки Вәлиди урамында ла водителдәрҙе тығындар ғәжәпләндермәй. Был участкала магистраль үткәргес торбаға капиталь ремонт башкарыла. Әммә ресурстар менән тәьмин итеүсе компания вәкилдәре вәғәҙәләре буйынса эштәрҙе был аҙна аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар, ә алдан иғлан ителгән 15 сентябргә түгел.