"Нефаз" Мәскәүгә меңенсе электробус йыйып оҙатты

"Нефаз" артабан пассажир транспортының заман талаптарына тап килгән өлгөләрен етештереүҙе яңыртып ҡорорға ниәтләй.

Металл ҡоролмаларҙы иретеп йәбештереү электробус ҡороуҙың тәүге аҙымдарының береһе. Шасси рамын йыйыу, каркас төҙөү, тартыу көсө йыһаздарын урынлаштырыуҙан һуң буяу, артабан иң ҙур, үҙе 15 өлөштән торған сборка (ҡороу) линияһында тиҫтәләгән белгес ҡатнаша. Уларҙың дөйөм һаны 187-нән ашыу.

Ринат Мәғсүмовтың предприятиела эшләүенә оҙаҡламай 40 йыл тула. Ә династияларының дөйөм стажы 140 йыл. Автомобиль төҙөүселәрҙең өс быуыны вәкиле хеҙмәт юлын иретеп йәбештереүсе һөнәренән башлаһа бөгөн ул иң яуаплы – транспорт сараһының пневмоселтәрен ҡороу посында (бүлегендә) эшләй.

Электробустың сифатына ҡағылған талаптар юғары. Пассажир ташыусы транспорт сараһы хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла, зауыҡлы ла булырға, тирә-яҡ мөхиткә зарар ҙа килтермәҫкә тейеш. Башҡала транспорт идаралығы техник заданиела һәр кемдең теләген үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Нефтекама белгестәре талапсан ҡулланыусыға бар уңайлыҡтарҙы хәстәрләй.

Электробустың тышҡы биҙәлешенән башлап эсендәге ултырғыстарҙың төҫөнә тиклем Мәскәү пассажиры ихтыяжына тап килтереп ҡорола. Һәр яңы модель заман талаптарына ярашлы йыһаздар менән тулыландырыла. Был электрбуста ғәҙәттәге телефон, планшет, ноутбуктар өсөн зарядка нөктәләренә тайп-си, тиҙ зарядка урындары өҫтәлгән.

"Нефаз" хеҙмәткәрҙәре машинаның оҙайлы хеҙмәт итеүен дә хәстәрләй. Электробустың иҙәнен нығытыу, йылы- һәм тауыш изоляцияһы үткәреү, йәбештереү йөйҙәрен герметик елем менән эшкәртеү көпләү участкаһында башҡарыла. Артабан буяу цехы, маляр етешһеҙлектәрен махсус комиссия тикшерә.

Уңыш юлын "Нефаз" технологик үҙгәрештәрҙә күрә. Ике меңенсе йылдарҙа айына 60 автобус эшләп сығарыуҙан башлаған завод бөгөнгә был һанды 150-гә еткереп етештереү ҡеүәтенең иң юғары кимәленә өлгәшкән. Киләсәктә йылына өс мең автобус сығарыу проекты раҫланған. Технологик яңыртыуҙарҙы тап буяу цехынан башларға иҫәп.

Эштәрҙе автоматлаштырыу хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыуҙы аңлатмай. Заводта белгестәргә урын етерлек. Электробус эшләү циклының(сылбырының) хеҙмәт талабы нормаһы – 2000 сәғәт. Бер машинаны йыйыу хәрәкәттәрен кәмендә өс сәғәтлек өлөштәргә бүлгәндә тәүлегенә өс электробус сығарыр өсөн сборка(йыйыу) постарын йышайтырға кәрәк. Әлегә һәр пост тәүлегенә бер электробус етештерә. Пассажир транспортына юғары ихтыяж Нефазды мөмкинлектәрен киңәйтергә мәжбүр итә. Нефтекама электробустары илдең башҡа төбәктәрен дә ҡыҙыҡһындыра.

Пассажир транспортын экологик таҙа машиналар хеҙмәтләндереүенә күсерер өсөн ҡала инфраструктураһын әҙерләү мотлаҡ. Нефтекама электробустары оҙаҡламай, бәлки, Башҡортостан ҡалаларын да хеҙмәтләндерә башлар, тигән өмөт бар.