Шаҡша күперендә өҫтәмә сикләүҙәр индерелде

Шунлыҡтан был йүнәлештә ҙур тығындар күҙәтелә.

Уҙған кис күпер аша транспорт хәрәкәте бер нисә сәғәткә бөтөнләй туҡтатылды. Икенсе ярға сығыу өсөн паромлы күпер менән файҙаланырға тура килде. Шаҡша күперендәге ремонтҡа бәйле бындай уңайһыҙлыҡтар ғәҙәти буласаҡ тип хәбәр итәләр мэриянан.