Төп эштәр башҡарылған – хатта юлдың иң өҫкө ҡатламы ла түшәп ҡуйылған. Хәҙер төҙөүселәр алдында тышҡы өлөшөн, фасадты тәртипкә килтереү, эстән ағартыу һәм километрлыҡ кабелдәр һуҙыу бурысы тора.
Ҡариҙелдең бейек яры уртаһынан сыҡҡан тоннель тура күпергә күсә. Бында әле юл һалыу эштәре бара. Заманса технологиялар ҡулланыу эште күпкә тиҙәйтә, 4 һыҙатлы 470 метрлыҡ юл сентябрь утраһына әҙер ҙә буласаҡ.
Юғары технологиялы асфальтбетонды ошонда уҡ объект янында ҡуйылған заводта әҙерләйҙәр. Был сығымдарҙы бермә кәметә. Күпер менән бергә м трассаһына илткән юлда һәм эстакадала эштәр ҡайнай.
Федераль трассаға тиклем юл өлөшө генә 10 километрҙан ашыу, тоташҡан ерҙә әле әйләнмәле юл һалыу бара, хатта асфальт түшәүҙе лә башлағандар. Объект сафҡа ингәндән һуң ҡала үҙәгенән М5-кә 10-15 минутта барып етеү мөмкинлеге буласаҡ.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлә башлаған "Көнбайыш юлы" оҙаҡ йылдар Башҡортостандың иң проблемалы төҙөлмәй ҡалған инфраструктура объекты булды. Хәҙер ул Волга буйы федераль округындағы иң эре инфраструктура проекттарының береһе һәм “Хәүефһеҙ, сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Объекттың дөйөм әҙерлеге 80 процентҡа яҡынлашып килә, план буйынса ул йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.