Нимә менән бәйле был күренеш, ғалимдарҙың фекере һәм юлығыҙҙа айыуҙы осратканда ниндәй ҡағиҙәләр үтәү хаҡында Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.
Валерий Жилин 20 йылдан ашыу Шамонин ауылында умарта тота. Әммә бындай хәл менән тәүге тапҡыр осрашам ти ул. Тайыштабан бер юлы ике умартаны емереп бал урлай.
Һуңғы арала айыуҙарҙың кеше араһына сығыуы ауылдарҙа ғына түгел, ҡалала ла йыш осрай. Интернет селтәрендә һуңғы аҙнала ғына айыуҙар ҡатнашлығында бер нисә видео булды.
Республикала айыуҙарҙың артыуын төбәктең Экология Министрлығында ла раҫлайҙар. Һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны мең ярымдан ике мең өс йөҙгә тиклем еткән. Белгестәр быны мал аҙығы артыуы һәм уңайлы шарттар менән бәйләй. Мәҫәлән, фермерҙар баҫыуҙарҙа ҡыяҡ аяҡлыларҙың яратҡан тәм-томдарын: иген, көнбағыш, кукурузды уңышлы үҫтерә. Бынан тыш, айыуҙарҙы аулау кәмей.
Урман хужаһы популяцияһын кәметеү маҡсатында ғына, паникаға бирелеп, айыуҙарҙы атырға ярамай, тип раҫлай экологтар. Йыртҡыстарҙың кешеләргә зыяны ҙур түгел, һуңғы егерме йылда һөжүм итеү осраҡтары ла бармаҡ менән һанарлыҡ. Уларҙың да күбеһендә кеше үҙе ғәйепле тигән фекерҙә белгестәр. Ғәҙәттә ҡырағайҙар кешенән ҡурҡа.
Айыу һөжөмөнән һаҡланыу өсөн интернет селтәрендә төрлө тәҡдимдәр бар. Әммә дөрөҫ ысулды тәбиғәт һәм экология министырлығы сайтында уҡыу кәңәш ителә.