Мэрия дүрт аяҡлылар өсөн саф һауа майҙандарын теркәп кенә ҡалмай, район хакимиәттәренә биләмәләрҙе уңайлаштырырға, ә финанс идаралығына был маҡсатҡа аҡса бүлергә ҡушты. Башҡала хакимиәтенә ошо хаҡта ҡарар сығарырға Башҡортостандың Тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуратураһы суд аша йөкләмә бирҙе. Эт аҫраусыларҙың ошо уңайҙан һөйөнөсөн беҙҙең хәбәрселәр ҙә уртаҡлашты.
Иртәле-кисле, тәүлегенә ике тапҡыр Алиса Вильсон үҙенең затлы тоҡомло ике этен урамға алып сығып йөрөтә. Муйынсаҡлы бауҙан ысҡындырмай ғына. Сөнки ирек эттәрҙең йә үҙенә машинанан тапалыу хәүефе менән янай, йә эт һөймәгән кешеләрҙе хафаға һала, йә көтмәгән бәрелешеүҙәргә килтерә.
"Сосны" биҫтәһендә йорт хайуандары менән сығыр махсус биләмә юҡ. Кәртә аръяғындағы баҫыуға барырға тура килә. Алыҫ, бысраҡ, уңайһыҙ. Эттәр өсөн башҡа хәүефтәр ҙә етерлек.
Торлаҡ биҫтәһендәге эт аҫраусылар төркөмө дүрт аяҡлы тәрбиәләнеүселәренә махсус майҙансыҡ асыу тәҡдимен шартына килтереп “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһына дәғүә итеп ҡараған. Тәүҙә яҡлау тапмамағандар, икенсе йылына заявкалары уҡ талаптарҙы үтмәгән. Тик өмөттәрен өҙмәй, төҙөлөш биләмәһенә подрядсы ла тапҡандар, хаҡын да иҫәпләп сығарғандар. Властарҙан рөхсәт менән фарман ғына көтәләр.
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуратураның суд аша биргән йөкләмәһе бәлки йөктө урынынан ҡуҙғатыр, ти эт аҫраусылар. Башҡала хакимиәтенең ҡарарына ярашлы муниципалитетта махсус майҙандар билдәләнгән. Иғлан ителгән исемлектән тыш эттәрҙе шәхси йорт биләмәһендә иректә йөрөтөргә ярай.
Яҡутов паркындағы эттәр менән йөрөргә рөхсәт ителгән махсус биләмә бөгөнгө талаптарҙың барыһына ла яуап бирә. Иркен, дрессировка өсөн хәүефһеҙ снарядтар менән йыһазландырылған, ағастары, ял эскәмйәләре, йөрөп килеү майҙансыҡтары бар. Өфөлә өлгөлө тип баһаланған Нефтехимик һәм Беренсе май парктары ла бар. Кинологтар ҡалала ошондай йәнә 10 майҙансыҡ асылһа ихтыяждар ҡәнәғәтләнер ине, тигән фекерҙә.
Эт аҫраусылар артығын талап итмәй – майҙандар торлаҡтан алыҫ түгел, кәртәләп ябылған, ҙур һәм бәләкәй кәүҙәле эттәргә айырым урын бүленгән, дрессировка ҡоролмалары, бүлендектәр өсөн махсус һауыттар ҡуйылған булһа — риза. Закон нығытҡан талаптар ғына үтәлһен.
Башҡортостандың Тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуратураһы башҡала хакимиәтенә торлаҡ төҙөүселәрҙән биләмәләрҙә балалар менән уйнар ғына түгел, эттәр менән йөрөр майҙансыҡтар ҙа булдырыу талабын норматив акттарҙа нығытырға тәҡдим итә. Һәм был инициативаның яҡлау табырына өмөт бағлай.