Йәшәү өсөн көләбеҙ

Башҡала тәүге тапҡыр "Йәшәү өсөн көләбеҙ" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Башҡала тәүге тапҡыр "Йәшәү өсөн көләбеҙ" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылда. Яман сир менән яфаланған балалар янына медицина клоундары килде. Санкт-Петербургтың «Ленздравклоун» ойошмаһы үткәргән был акция Рәсәйҙең 11 ҡалаһын берләштерә. Дауахана клоуны — психотерапия ысулының береһе. Проекттың маҡсаты – ауыр сиргә дусар булған балаларға психоэмоциональ ярҙам күрһәтеү. Үҙенсәләекле клоундар менән беҙҙең хәбәрселәр аралашты.

Бала йылмайыуы. Ошонан да ҡиммәтле нимә бар.Бигерәк тә дауаханала. Республика балалар клиник дауаханаһының гемотология бүлегенә Шпуля һәм Клуша исемле клоундар килгән. Ябай түгел, ә медицина клоундары. Дауаланыусы кескәйҙәрҙе тәғәйенләнгән көндәлек ауыр процедураларынан арындырып уйынға әүрәтә улар.

Персонаждар тәү ҡарашҡа ғына еңел-елпе күренә. Ә ысынында уларҙың иңендә тиҫтә йылдан артыҡ тәжрибә. Дауаханаға килеп ауыр диагнозлы балаларҙың күңелен күреү өсөн психологик белем дә актер оҫталығы ла кәрәк. Һәр бер осрашыуға етди әҙерләнә клоундар.

Ғәҙәттә 2 актер эшләй. Әгәр бала һөйләшергә теләмәй икән, көсләшмәйҙәр, үҙ-ара уйын күрһәтәләр. Клоундың гримы ла дөрөҫ һалынырға тейеш.

Сабыйҙарҙың сире ни тиклем етди булмаһын табиптар ижади һәм күңелле осрашыуҙарға тик ыңғай ҡарай. Ҡайһы саҡ процедураларҙы кисектереп, күсереп торорға ла мөмкин.

Көлөү, аптырау, һоҡланыу, ҡыуананыу күкек ыңғай хистәр баланың психологик хәлен яҡшырта. Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр үткәреп был күптән раҫланған. Йылдар буйы дауахана диуарҙарында бикләнергә мәжбүр балаларға бәләкә тамаша ҡайһы саҡ берҙән бер күңел асыу сараһы.

«Йәшәү өсөн көләбеҙ» тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы сентябрь аҙағына тиклем илебеҙҙең 11 ҡалаһы буйлап үтә.Ойоштороусыһы Санкт-Петербургта 2012 йылда төҙөлгән «Ленздравклоун» ойошмаһы. Дауахана клоуны — психотерапия ысулы булараҡ күптән ҡулланыла. Проекттың маҡсаты – ауыр сиргә дусар булған балаларға, уларҙың ата-әсәләренә психоэмоциональ ярҙам күрһәтеү.