Өфөлә "Рәсәй лидерҙары" конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Еңеүсе-проект менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты.

Ә октябрь аҙағында Түбәнге Новгородта уҙасаҡ финалда Башҡортостан данын 40-лаған белгес яҡлаясаҡ. Буласаҡ "Рәсәй лидерҙары" менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә аралашты.

Төбәктең ҡала биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекты менән Элина Мөхәмәтова республика башлығы Радий Хәбиров алдында сығыш яһаны. Тап ошо проект "Рәсәй Лидерҙары" конкурсының төбәк этабында еңеү яулаған.

Элина менән бер командала Татьяна Саенко ла бар. Ул идарасылар ярышында икенсе тапҡыр ҡатнаша. Тәүгеһендә ярымфиналға етә. Мәртәбәле конкурстан һуң, Татьянаға шунда уҡ яҡшы вазифа ла тәҡдим итәләр.

"Рәсәй лидерҙары" конкурсы алдынғы ҡарашлы етәкселәрҙе асыҡлауға, үҫтереүгә, уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Унда ҡатнашыусылар белем камиллаштырыуға грант алыу, бизнес һәм дәүләт идаралығы лидерҙары менән эшләү, кадрҙар резервына инеү мөмкинлеген ала.

"Рәсәй лидерҙары" конкурсы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2017 йылдан башлап уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә идарасылар бәйгеһендә 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Проекттың бишенсе миҙгеленә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм 89 дәүләттән 160 мең тирәһе ғариза

ҡабул ителгән. Ил кимәлендә быйыл 4 тиҫтә белгес Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.