Рәсәй һәм сит ил геологтары Башҡортостанға йыйыла

Был аҙнала республикала беренсе халыҡ-ара геологтар чемпионаты уҙа.

Был турала Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында сараны ойоштороусылар һөйләне.

"Геоһынау" тип исемләнгән мәртәбәле чемпионат 17 сентябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында асыла. Унан ҡатнашыусылар Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарына юллана.

Бер нисә көн дауамында геологтар 11 төр ярышта иң яҡшыларҙы асыҡлаясаҡ. Бәйгеселәр палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, үҙ проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙы илдең абруйлы ғалимдары һәм эксперттар баһалай. Сара 22 сентябргә тиклем планлаштырылған.