“Әйҙә уйнарға” йыл һайын уҙғарыласаҡ

“Әйҙә уйнарға” йыл һайын уҙғарыласаҡ

Республика башлығы Өфөлә үткән “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда уйынсыҡтар индустрияһына ярҙам итеү программаһын әҙерләргә ҡушты. Радий Хәбиров иҡтисадтың был өлкәһендә республиканың өлөшөн бермә-бер арттырыу бурысын ҡуйҙы. Был хаҡта ул дүшәмбе һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы. Өфөлә беренсе тапҡыр ойошторолған “Әйҙә уйнарға!” фестивален 4 көн эсендә 250 мең кеше тамаша ҡылған. Оператив кәңәшмә үткән аҙнаның күләмле сараһына йомғаҡ докладынан башланып китте. Тәүге тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан ул үҙ маҡсатына иреште тип баһаланы Радий Хәбиров. Был сараны йыл да уҙғарырға, ә әҙерлекте бөгөндән үк башларға тигән фарман еткерелде. Башҡортостанда уйынсыҡ етештереүселәр өсөн ярҙам программаһы ла ҡабул итергә ҡушты Республика Башлығы. Бойороҡтарҙың муниципалитет башлыҡтарына тәғәйенлеһе лә яңғыраны. Ҡатмарлы төҙөлөш объекттарына бәйле ул. Район етәкселәре муниципаль юлдарҙы тәртипкә килтереү программаһы өсөн дә тәнҡит һүҙен ишетте. Дөрөҫөрәге республикала ҡабул ителгән ҡарар буйынса юлдарға таш түшәү бөтә ерҙә лә ойошҡанлы бармай, ә бының өсөн кәрәкле карьерҙар асыу эшенә ҡайһы бер етәкселәр битарафлыҡ күрһәтә. Радий Хәбиров республика бюджетынан йыл һайын һәр муниципалитет бүленгән 10 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡтырырға вәғәҙәләне. Ауыл хужалығы министры ураҡ кампанияһы барышы менән таныштырҙы. Майҙандарҙың 85 процентында уңыш йыйып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 19 ярым центнер. 10 районда урып-йыйыу эштәре тамамланыу алдында. Тағы бер доклад Белорусиянан ҡайтарылған зубрҙарҙың Башҡортостанға ерегеп китеүенә! Бәйле ине. Әле улар Мораҙым тарлауығы биләмәһендә йәшәй. Ҡышҡылыҡҡа уларҙы ашатыу өсөн аҙыҡ әҙерләнә. Ноябрь аҙағында Белорусиянан тағы 9 баш зурб ҡайтарыласаҡ.