Рәсәй һәм сит ил геологтары Башҡортостанға йыйылды

Рәсәй һәм сит ил геологтары Башҡортостанға йыйылды

Республикала геологтарҙың беренсе халыҡ-ара чемпионаты уҙа. Бер-нисә көн дауамында геологтар 11 төр ярышта иң яҡшыларҙы асыҡлаясаҡ. Улар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, үҙ проекттарын яҡлаясаҡ. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Сөләймәнова сюжетын ҡарағыҙ.Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Ҡаҙағстандан килгән 20 команда. Сәхнәлә баҫып торған һәр команданың маҡсаты яңы минерал йәки ятҡылыҡ асыу, шулай уҡ үҙҙәренең белемен һынап ҡарау һәм фекерҙәштәр менән танышыу.Өфө чемпионатта ҡатнашыусыларҙы “Башҡортостан” концерт залында сағыу шоу менән сәләмләне. Танылған артистар тамашасыларҙы республиканың йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырҙы.Сараның маҡсаты геология өлкәһендәге белгестәрҙе берләштерергә. 6 көн дауамында студенттарҙы ярыштар, конкурстар һәм экскурсиялар көтә.Киләсәктә чемпионатты ике йылға бер үткәреү ҡарала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, икенсе илдәрҙән киләсәктә ҡатнашыу теләген белдереүселәр күп, ә әлегә иң алыҫтан килгән ҡунаҡтар-ҡаҙаҡтар. Башҡортостандан иһә өс команда ҡатнаша Өфө Дәүләт нефть техник университеты, Өфө фән һәм технология университеты , Октябрьск нефть колледжы студенттары.Чемпионат программаһында 11 этап. Ҡатнашыусылар ерҙе төрлө минералдарға тикшерергә, артефакттар табырға тейеш. Ойоштороусылар конкурс майҙансыҡтарын мөмкин тиклем күберәк төрләндерергә тырышҡан. Ярыштар Өфөлә, Шишмә һәм Архангель районында үтәсәк. Чемпионат сиктәрендә Ишембай, Ғафури райондарына экскурсия планлаштырылған. Ярыштың этаптарын 25 судья күҙәтә.Геологтарҙың беренсе халыҡ-ара чемпионаты 22- се сентябргә тиклем тиклем дауам итә.