«Таҙа ил» проекты сиктәрендә сүплектәр юҡ ителәсәк

«Таҙа ил» проекты сиктәрендә сүплектәр юҡ ителәсәк

Башҡортостанда быйыл «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә ҡала эстәрендәге 6 законһыҙ сүплек юҡ ителәсәк. Шуларҙың береһе Благовещен эргәһендәге урынлашҡан. Әле бында рекультивацияның техник этабы дауам итә. Эш барышын беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтә. Сәлимә Исламова теманы дауам итә. Благовещен янындағы сүплекте рекультивациялау эштәре тамамланыуға табан бара. Әлеге мәлдә махсус транспорт өсөн юл күтәртәләр.Рөхсәт ителмәгән сүплек 30 йыл дауамында 4 гектарға тиклем үҫкән. Унан килгән насар еҫ, осоп тирә яҡҡа таралған ҡый, ваҡыты-ваҡыты менән янғындар сығыуы эргә — тирәлә йәшәүселәрҙең тормошонда бихисап уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Әлеге мәлгә сүплек формалашҡан, ҡомло балсыҡтың тәүге ҡатламын һалыу тамамланған. Рекультивацияның техник этабы дауам итә. Башҡортостанда быйыл "Экология" милли проектының «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә ҡала эстәрендәге биш законһыҙ сүплек юҡ ителәсәк. Улар Благовещен, Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларында урынлашҡан. Күмертауҙағы сүплекте юҡ итеү эштәрен 2024 йыл аҙағына тамамлау ҡаралған. Әйткәндәй, 2019 йылда республикала 3 меңдән ашыу суплек булһа, әле уларҙың һаны 500-гә ҡалған.Благовещен ҡалаһы эргәһендәге сүплек иң ҙурҙарҙан һаналмаһа ла бихисап кешенең тормошон ағыулай. Сүплекте өйөп фильтр экраны аҫтына йәшергәс ул тәбиғәт һәм кеше өсөн зыян килтермәйәсәк.4 гектарҙан артыҡ майҙандағы ҡыйлыҡты бер ярымға тиклем туплап тау итеп өйгәндән һуң уның өҫтөн махсус мембрана менән ҡаплайҙар. Ошондай « саркафак » аҫтында ҡый тәбиғәткә зыян килтермәй генә йылдар дауамында ятып серергә тейеш. Геомембрана өҫтөнә ҡом, аҙаҡ геотекстиль һалына һәм тупраҡ түшәлә. Шулай уҡ подрядсы ойошма күҙәтеү скважиналары ҡуясаҡ. Уның аша белгестәр һыу, һауа һәм ерҙең өлгөләрен алып сифатын тикшереп торасаҡ.Киләһе этапта биологик стадияны ғәмәлгә ашырыу — тупраҡты күп йыллыҡ үләндәр сәсеүгә әҙерләү башлана. 4 йыл дауамында урын махсус күҙәтеү аҫтында тотола.Таҙартып йәшелләндерелгән майҙан киләсәктә кеше өсөн хәүеф тыуҙармаясаҡ, ти белгестәр. Уларҙы киләсәктә сквер, ял итеү паркы һәм башҡа файҙалы урындар итеп ойоштороу ҡаралған.