Өфөлә бер көн эсендә ике магазинды таланылар

Өфөлә бер көн эсендә ике магазинды таланылар

Уғрылар кеҫә телефоны менән сауҙа иткән кибеттән 3 миллион ярым һумлыҡ аҡса алған. Ошо хаҡта киләһе сюжетта.Бурҙар тәҙрәне ватып ҡабалан килеп инә. Уларҙы кеҫә телефондары менән сауҙа иткән магазинда видеокамералар төшөрә. Уғрылар шунда уҡ сейф торған урынға бара һәм эшкә тотона.Сейфты шылдырып, урынынан ҡуҙғата алмағас, ирҙәр башҡа әйберҙәрҙе сәлдерергә була.Ошо уҡ кешеләр шул уҡ төндә тағы бер магазинды талай. Был юлы улар бәләкәсерәк сейфты алып сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре уғрыларҙың бөтә эҙҙәрен алған. Улар тиҙ-тиҙ ҡасыу яғын да хәстәрләгән.Үкенескә был талауҙы төшөрә алмағандар. Бер-нисә көн алдан ғына видеокамералар боҙолған булған. Хәрәкәтте билдәләгән датчик та эшләмәгән.Магазиндарҙы август аҙағында талағандар. Полиция уғрыларҙы әле һаман эҙләй. Ҙур күләмдә аҡса урлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.Хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәтселәрҙе мотлаҡ табасаҡбыҙ, тип билдәләй. Уларға ҙур ғына штраф йә 5 йылғаса иркенән мәхрүм итеү янай.