Башҡортостанда “Бала саҡты ҡайтарыу” фестиваленең конкурс программаһы һөҙөтәһе иғлан ителде. Проект маҡсаты – ауыр хәлдә ҡалған сабыйҙарға ярҙам итеү. Был юлы Өфө Волга буйы Федераль округы субьекттарындағы балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе бергә тупланы. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең киләһе сюжетта. Был композицияның барлыҡ өлөштәре ҡулдан яһалған. Ә автор Юлиә әйтеүенсә, һындарҙың береһе әсәй кешенә хәтерләтә. Үҫмер уйынсыҡтар яһау шөғөлө менән 5 йыл элек ҡыҙыҡһына башлаһа ла – һөҙөмтә юғары. Татарстандағы социаль приютта тәрбиәләнгән ҡыҙ беренсе урынға сыҡты. “Бала саҡты ҡайтарыу” фестиваленә Волга буйы федераль округы субьекттарынан 400 самаһы үҫмер саҡырыу алғайны. Тиҫтерҙәр менән аралашыу ғына түгел, ә аҡыл ҡеүәһе менән таҫыллыҡта ла ярышыу мөмкинлеген бирҙе балаларға байрам. Округ кимәлендәге фестивлдең тарихы ла ҙур. Ул хәҙер 15 йыл дауамында уҙғарылып килә. Ҡунаҡҡа саҡырыусы субьекттар исемлеге ҡасандыр үҙгәреп торһа, хәҙер ул 4-се йыл рәттән Башҡортостандан ситкә китмәй. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған сабыйҙарҙың мөмкинлеген үҫтереүҙе генә маҡсат итмәй был фестиваль. Бурыстарҙың береһе – етем ҡалған балаларға ололар иғтибарын бүлеү. Бөгөн Волга буйы федераль округында 68 мең бала ата-әсә һөйөүөнән мәхрүм. Шуныһы ҡыуаныслы, 15 йыл дауамында уҙғарылған конкурс бөгөн опека ғаиләләре һаны артыуы тураһында ла раҫлай. Балалар йортарында тәрбиәләнгән сабыйҙар яңы ата-әсәләрен таба.
Бала саҡты ҡайтарығыҙ
Бала саҡты ҡайтарығыҙ