Төбәк башлығы Радий Хәбиров әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләр, йәмғиәтте борсоған һорауҙар тураһында әңгәмәләште. Башкортостандың ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үткән осрашыуҙа Халыҡ фронты, Йәмәғәт палатаһы, төбәк башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү советы етәкселәре һәм ағзалары. Был йәмғиәт ойошмаларына төрлө өлкәләрҙә халыҡ менән эшләүселэр инә. Мөһим һайлауҙарҙа ла улар йәмәғәт күҙәтеүселәре булараҡ ҡатнашты. Ҡайһы берәүҙәре депутатлыҡҡа үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам итеүҙә лә, йәмәғәт ойошмалары ағзалары әүҙем ҡатнашып, бер яҡтан халыҡҡа өлгө, ә икенсе яҡтан уларға дөрөҫ мәғлүмәт еткереүсе, ойоштороусы булып торалар. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре осрашыуҙан файҙаланып Радий Фәрит улына һорауҙарын биреп, төрлө тәҡдимдәрен, фекерҙәрен еткерә алды. Улар башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен яҡлауға, тәбиғәтте һаҡлау, кеше хоҡуҡтарын яҡлау, ололарҙы утын менән тәьмин итеү, йәмғиәттә тыныс һәм психологик яҡтан сәләмәт мөхитте һаҡлауға ҡайтып ҡалды. Осрашыу аҙағында иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә төбәк етәксеһе дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсүл Ҡарабулатовҡа — Салауат Юлаев ордены, табип — психотерапевт, Халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Василий Ланговой — генерал Шайморатов миҙалы һәм 8 алдынғы замандашыбыҙ Башҡортостан хөкүмәтенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Радий Хәбиров әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашты
Радий Хәбиров әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашты