Төҙөлөштө тамамлау яңы подрядсыға йөкмәтелде

Төҙөлөштө тамамлау яңы подрядсыға йөкмәтелде

Өфөләге кардиология үҙәгенең хирургия бинаһы төҙөлөшөн тамамлау яңы подрядсыға йөкмәтелде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына объектты медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға өҫтәмә аҡса бүленде. Төҙөлөш урынында барған эштәр менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды.Бинаның ғәмәлдәге әҙерлеген төҙөүселәр 80 проценттан ашыу тип таный. Әлеге ваҡытта тышҡы төҙөкләндереү эштәре бара, инженер коммуникациялары һалына. Быйыл август айында килешеү төҙөгән подряд ойошмаһы йылытыу миҙгеле асылыуға уларҙы тамамлап ҡышын эске биҙәлеш эштәренә күсергә иҫәп тота. Хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алыр өсөн талап ителгән йыһаздар, мебель һәм техниканы урынлаштырыу мотлаҡ. Операция блоктары, кабинеттар, диагностика бүлектәре әлеге мәлдә заманса ҡоролмалар менән тәьмин ителә башлаған.