Башҡалабыҙҙың “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә заманса балалар баҡсаһын төҙөү әүҙем бара. Киләһе йыл башында ул 240 баланы ҡабул итәсәк. Әле төҙөүселәр бинаның фасадын төҙөкләндерә, ҡыйығын яба. Төҙөлөш барышын хәбәрсебәҙ Сәлимә Исламова ла күҙәтте.Төҙөлөп ятҡан бина заманса, күркәм һәм хәүфһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирергә тейеш. Төҙөүселәр стеналар аша сигнализация линияларын һала. Янғын йә сит кешеләр үтеп инмәһен өсөн балалар ойошмаһында был эш юғары кимәлдә башҡарылырға тейеш. Башҡаланың Онега урамында төҙөлөп ятҡан 3 ҡатлы балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш эштәре быйыл ҡыш уртаһында башланғайны. Әйткәндәй, был адреста элек башҡорт физкульура институты корпусы тора ине. Емерелгән иҫке бина урынында өр-яңы балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡты.Ҡайҙа ниндәй төркөм урынлашасағы алдан күҙаллана. Бинаның беренсе ҡатында балалар учреждениеһының иң бәләкәй тәрбиәләнеүселәре урын аласаҡ, ти подряд ойошмаһы вәкилдәре. Шулай уҡ тәүге ҡатта туҡланыу һәм медицина пункты буласаҡ. Эшселәр түбә таҡтаны һәм диуарҙарҙы буяуға әҙерләйҙәр. Электр үткәргестәр, розеткалар ҡуйыла, телефон һәм интернет линиялары һалына. Бинаның икенсе ҡатында ла эштәр ҡайнай. Балаларға шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмәләр эшләнә. Бинаның өсөнсө ҡатында төҙөүселәр иҙән һала. Тәҙрә ишектәр ҡуйылған. Бында ла һәр бүлмәнең үҙ тәғәйенләнеше — логопед бүлмәһе, мәктәпкә әҙерлек төркөмө урын аласаҡ. Бина 3 ҡатлы ғына булһа ла, яңы талаптарға ярашлы лифт эшләйәсәк.Һыуыҡтар төшкәнгә тиклем тыштағы эштәрҙе йомғаҡларға тейешбеҙ, ти төҙөүселәр. Әле улар бинаның тыш яғын матурлай, йылытыу селтәрҙәрен һала,ҡыйығындағы зштәрҙе тамамлай. Бер рәттән балалар баҡсаһының эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре алып барыла. тәрбиәләнеүселәр өсөн 10 заманса майҙансыҡ буласаҡ һәм 100-гә яҡын ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу ҡаралған. Төҙөлөш һәм төҙөкләндереүҙең мөһим өлөшө ноябрь айын тамамларға ниәтләйҙәр. 240 сабый өсөн иҫәпләнгән балалар баҡсаһын асыу тантанаһы киләһе йылдың башында көтөлә.
“Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлә
“Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлә