Өфөлә ҡотҡарыусыларҙың күнекмәләре үтте

Өфөлә ҡотҡарыусыларҙың күнекмәләре үтте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре үҙҙәре ут төрттө. Өфөлә ҡотҡарыусыларҙың сираттағы күнекмәләре үтте. Был юлы янғын һүндереүселәр күптән күсерелгән күп ҡатлы йортта шөғөлләнде. Тулыраҡ Закир Шәрипов репортажы. Ғәҙәти булмаған хәл! Янғын һүндереүселәр үҙҙәре фатир эсендә ут тоҡандыра. Һуңынан янғындың таралыуын, температураның күтәрелеүен һәм төтөндөң ҡайҙа китеүен күҙәтә. Был күнекмәләрҙә ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан янғын һүндереүселәр саҡырылған. Сөнки барыһына ла күп фатирлы йорттарҙа нисек янғын таралғанын аңлатыу мөмһим. Ҡотҡарыусылар конвектив ағымды, эҫенең кешегә тәъҫирен һәм төтөндөң таралыуын өйрәнә. Һуңынан белгестәр янғынды һүндереү алымдарын аңлата. Уларҙың бер-нисә төрө бар. Шулай уҡ, тактик елләтеүҙе күрһәтә. Был ысул совет осоронда ҡулланылған. Әммә һуңғы йылдарҙа онотола барған һәм ошо арала ил буйынса яңынан тергеҙелә башлаған. Белгестәр билдәләүенсә, елләтеү тактикаһы янғын һүндереүселәргә ҙур ярҙам булып тора. Янғындың температураһы 500-600 градусҡа етә. Бындай осраҡта төҙөлөш материалдары ла емерелә. Ә ике метр алыҫлыҡтағы температура 300-400 градус. Бындай шарттарҙа янғын һүндереүселәрҙең каскаһы ирей, тын алыу аппараттары битенә йәбешә һәм кейемдәре төтәй башлай.Был күнекмәләр барышында бер подразделение етәксеһенең битен һаҡлаусы быяла ирене һәм башҡаларға нисек һаҡ булырға кәрәклеген аңлатты. Елләтеү тактикаһы ҡуйылған бурысты тиҙ үтәргә, йәғни утты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ күп көс һәм һыу талап ителмәй. Бынан тыш, янғын һүндереүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыла. Янғындар һәр ваҡыт бер үк булмай, тип билдәләй белгестәр. Һәр береһенә айырым ҡараш һәм һүндереү алымдары талап ителә. Шуға ла республиканың янғын һүндереү частаре етәкселәре ошондай күнекмәләр үтә. Һуңынан үҙҙәренә ҡайтып, ҡалған янғын һүндереүселәрҙе өйрәтә. Янғын һүндереү һәм тактик күнекмәләр Өфө шоссеһы урамында ойошторолдо. Был йорт авариялы тип танылған һәм кешеләре күптән күсерелгән. Шуға ла халыҡҡа борсолорға урын юҡ, тип билдәләйҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Ошондай күнекмәләр барышында янғын һүндереүселәрҙең тактик һәм физик әҙерлеге тикшерелә һәм һәр береһенә баһа ла бирелә.