Боҙлауыҡ сәбәпле М5 юлында юл-транспорт ваҡиғаһы.
Тәүге һыуыҡтар һәм юлдарҙағы боҙлауыҡ М5 юлында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһына алып килде. Өфөгә илткән юлда бөгөн 12 машина бәрелеште. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, авария сәбәбен юлды ҡаплаған боҙлауыҡҡа бәйләй. М5 юлындағы авария 4 саҡырымлыҡ тығын барлыҡҡа килтерҙе.