Бөгөн Өфөгә Чехия республикаһының рәсми делегацияһы килде.
Чехияның ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ярослава Бенеш Шпалкова етәкләгән төркөм Башҡортостан парламенты вәкилдәре менән осрашты. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев рәсми делегацияны сәләмләп Башҡортостан менән Чехия араһында тышҡы сауҙа әйләнеше үткән йылда 30 миллион долларҙан ашыуын билдәләне. Республикала Чехия капиталын файҙаланған 4 предприятие уңышлы эшләй, Өфөлә Чехияның дәүләт һәм коммерция мәктәптәре һәм әҙерлек үҙәктәренең рәсми вәкиллеге бар, тине Константин Толкачев. Бөгөнгө осрашыуҙа ике республика вәкилдәре лә Башҡортостан менән Чехия араһында хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр асылыр, тигән ышаныс белдерҙе. Ярослава Бенеш Шпалкова фекеренсә, Чехия эшҡыуарҙарын Башҡортостан менән ауыл хужалығы өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра.