Бөгөн төнөн Өфөлә иҫерек водитель ҡулға алынды.
Әммә уны ҡыуып тотор өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә көс һалырға тура килде. Деу Нексия водителе юл-патруль хеҙмәте талаптарын инҡар итеп башҡала урамдары буйлап юғары тиҙлектә елеүен дауам итте. Уны ҡыуып тотоуға бер-нисә экипаж йәлеп ителде. Асыҡланыуынса, водитель иҫерек булған. Ул 15 тәүлеккә ҡулға алынды.