Ул Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 2022 йылдың 26 сентябрендә булдырылды. Хәбәрсебеҙ Закир шәрипов сюжеты. Ошо арауыҡта ирекмәндәр ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһенә 96 ылау оҙатылған. Уның 38-е Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Ҡырым һәм Белгород өлкәһе кешеләре, 21 гуманитар ярҙам республикала ойошторолған ирекле батальон хәрбиҙәре һәм 37 йөк Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ирекмәндәр штабында 2 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Уларҙың иң әүҙемдәрен төбәк етәкселеге билдәләп, эштәрен ыңғай баһаланы. Йәмәғәт структураһының маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына ярҙам күрһәтеү. Штаб ҡарамағында 63 урындағы бүлексә эшләй һәм ҡыҙыу эләмтә ойошторолған. Төбәктең колл-үҙәгендә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Быйыл ғына 12 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән һәм 6 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән.Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабында Рәсәй составына Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре инеүҙең 1 йыллығына арналған күргәҙмә лә асылды. Бында яңы төбәктәргә тыныс тормош ҡайтыуы, урындағы кешеләр йәшәйеше, гуманитар ярҙамды оҙатыусылар тураһында фоторәсемдәр күрергә мөмкин. Экспозиция 30 октябргә тиклем эшләй.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабына 1 йыл
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабына 1 йыл