Георгий Ветошниковтың үлемһеҙ батырлығына 80 йыл

Георгий Ветошниковтың үлемһеҙ батырлығына 80 йыл

Данлыҡлы яҡташыбыҙ Советтар Союзы геройы Георгий Ветошниковтың үлемһеҙ батырлығына 80 йыл. 1943 йылдың 26 сентябрендә Запорожье өлкәһендә өлкән сержант, яраланыуына ҡарамаҫтан, Днепр йылғаһының уң ярына беренсе катер сығарып тәүге десант төшөргән. Өфө егетенең хәрби юлы тураһында бар мәғлүмәтте хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева тупланы. Георгий Ветошников тураһында тарихи мәғлүмәттәр Республика хәрби дан музейында һаҡлана. Уның исем-шәрифе Башҡортостандан сыҡҡан 299 герой таҡтаһында уйылған. Батырлығы айырым стендта тасуирланған. Ҡыйыу яугир Мәскәү өсөн барған алыштарҙа, Сталинрадты яҡлауҙа ҡатнашҡан. Яраланған саҡтары ла булған. Тәүге юғары наградаһы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Инженер-сапер ғәскәрҙәре составында Дон, Северский Донец йылғалары аша пантон күпер һалыу, катерҙарҙа сығыу операцияларына командалыҡ иткән. Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан батыр яҡташтың иҫтәлеген бөгөн махсус хәрби операцияла шул уҡ бурыстарҙы иңенә алған Башҡортостан мотоуҡсылар полкының инженер-саперҙар ротаһы мәңгеләштергән. Георгий Ветошников исемендәге рота батыр данына тап төшөрмәй. Хәрби дан музейында ирекмән частарының һәр ҡайһыһының байрағы һаҡлана. Буласаҡ күргәҙмәләр генә түгел, тарих дәрестәре үткәреү, илһөйәрлек тәрбиә биреү маҡсатында. Ватан тарихы буйынса эҙләнеүҙәр алып барыр өсөн һөнәр төрө мөһим түгел. Батыр яҡташыбыҙҙың хәрби юлын Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары өйрәнә. Осраҡлы түгел. Буласаҡ сауҙа хеҙмәткәрҙәре, хисапсы, иҡтисадсы, страховкалау һәм туризм белгестәре йәшәгән дөйөм ятаҡ Ветошников урамында урынлашҡан. Ҡыҙыҡһыныусан йәштәрҙе ҡала урамына исем биргән шәхес тураһында белешмә йыйыу берләштерә.Ошо урамдан үтеп йөрөгән һәр кем батыр ттураһында белһен һәм уның ҡыйыулығы менән ғорурланһын өсөн студенттар эҙәрмән-тикшеренеү эштәрен башлаған. Ике йыл элек Советтар Союзы геройының тормошо һәм хәрби юлына бағышланған фәнни-ғәмәли конференция ойошторғандар. Эҙәрмәндәр геройҙың туғандарын асыҡлай, данлыҡлы яҡташыбыҙҙың Башҡортостандан меңдәрсә саҡрымда ҡалған ҡәберен табыуға өлгәшә. Георгий Ветошниковтың ҡаты яраларынан Әзербайжандың башҡалаһында урынлашҡан госпиталдә дауаланыуы билдәле. Студенттар Баҡыла Рәсәй вәкиллегендә эшләгән Руслан Мирсаяпов менән бәйләнешкә сыға. Герой һәйкәлен төҙөкләндереү ниәте менән аткарылған эштәрен йомғаҡларға пандемия ҡамасаулай. Студенттарҙың асышы Республиканың Милли архив фондын тулыландырыуға булышлыҡ итә. Әлегә тиклем архивта Георгий Ветошников тураһында һаҡланған мәғлүмәттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Метрикалар китабындағы яҙма, бүләкләү ҡағыҙынан күсермә һәм башҡалала ул йәшәгән урамға Ветошников исемен биреү тураһында Өфө башҡарма комитеты ҡарары. Бөгөн данлыҡлы яҡташыбыҙ Советтар Союзы геройы Георгий Ветошниковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү эше дауам итә. Ватан тарихына тоғро йәштәр Ветошников урамында урынлашҡан дөйөм ятаҡ бинаһы диуарына таҡтаташ беркетеү ниәте менән яна.Тактаташты эҙәрмәндәр Бөйөк Еңеү көнөндә асырға теләй. Студенттарҙың башланғысына матди яҡтан булышлыҡ итеүселәр табылһа Өфөлә йәнә бер хәрби дан урыны барлыҡҡа киләсәк.