Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Абхазияның Еңеү көнөнөң һәм Бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова репортажы. Башҡортостан делегацияһының Абхазияға сәфәре Сухум ҡалаһы менән танышыуҙн башланды. Ил президенты Аслан Бжания Рәсәй төбәктәре һәм сит ил дәүләттәре етәкселәре менән бергә 30 йыл элек Абхазияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған Дан мемориалына сәскәләр һалды. Һуңынан делегация вәкилдәре автономиялы республиканың беренсе Президенты Владислав Ардзинбаны иҫкә алды.Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашыуҙа Радий Хәбиров берҙәм проекттарҙы артабан үҫтереү менән ҡыҙыҡһынғанын белдерҙе. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – туризм. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Азатлыҡ майҙанында Абхазияның Еңеү һәм бойондороҡһоҙлоҡ көнө хөрмәтенә әҙерләнгән хәрби парадтты ла ҡараны. Тантаналы парадта Абхазия Оборона министрлығы, көс структуралары вәкилдәре, Рәсәйҙең 7-се хәрби базаһы һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы идаралығы хәрбиҙәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. Сараны хәрби техника һәм авиация парады дауам итте. Абхазия делегацияһын 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Башҡортостанда көтәләр. Өфөнөң яр буйында беҙҙең халыҡтар дуҫлығы символы булараҡ колоннада һалыу ҡарала.
Абхазияның Еңеү көнөнөң һәм Бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығы
Абхазияның Еңеү көнөнөң һәм Бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығы