1 октябрҙән Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Цимлянский белдереүенсә, егеттәрҙең барыһы ла Рәсәй биләмәһенә хеҙмәт итергә ебәрелә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Хәрби хеҙмәтен үтәгәндәр өйҙәренә ҡайтарыла. Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабында өҫтәмә мобилизация сараларын уҙғарыу планы юҡ. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 4 мең егет алына.
Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды
Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды