11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы «УМАЙ» этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма менән берлектә башҡорт теленән олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән. Ҡатнашыу өсөн 11-15 октябрҙә олимпиаданың сайтына инеп теркәлергә, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә, йыйылған балдар менән сертификат алырға кәрәк. Олимпиаданан һуң сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыла.
Башҡорт теленән олимпиада
Башҡорт теленән олимпиада