Өфөнөң үҙ Бермуд өсмөйөшө бар

Тулыраҡ: Өфөнөң үҙ Бермуд өсмөйөшө бар

Өфөнөң үҙ Бермуд өсмөйөшө бар.

Тик был урын айырым географик төшөнсә түгел. Менделеев, Баҡалы һәм Кувыкин урамдары киҫелешендәге йорттоң бер подьезы 8 йыл дауамында һаман сафҡа тапшырылмаған. Ә Бермуд өсмөйөшөндә иһә йөҙҙәрсә миллион һум аҡса юғала. Зилирә Ғилманова был йорттан фатир һатып алып алданған хужаларҙың береһе генә. Бынан һигеҙ йыл самаһы элек миллиондарса һумлыҡ иғәнә индереп, Өфөгә күсеп ҡайтырға теләгән Зилирә Әхнәф ҡыҙы һаман да фатирлы булыу өмөтөн юғалтмай. Яңы төҙөлгән йортта яңы фатир алырға ниәтләүсләрҙең хәҙер фекере уртаҡ. Улар аҡсаларҙы төп төҙөүсө предприятие – Меркурий йәмғиәтенә бүләк иттек, тигән фекерҙә. Ә егерме дүрт ҡатлы йорттағы фатирҙар һаны йөҙгә яҡын. Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендәге был йорт янынан хәҙер уҙыуы ла ҡурҡыныс. Ваҡыты менән бейектән кирбестәр төшә, подьезд иһә асарбаҡтар үҙәгенә әйләнә. Килеп тыуған хәлдән ҡотолоу өсөн Меркурий йәмғиәтенә ошо йорт янынан тағы ла ер бүлеме бирәләр. Йәнәһе лә, был участкала төҙөлгән йорттағы фатирҙарҙы һатыуҙан алынған аҡса, тәүге подьезды төҙөү өсөн китәсәк. Тик, теләк кенә бойомға ашмай. Төҙөлөш ойошмаһы тағы ла бурысҡа бата. Дөрөҫөрәге, аҡса ла юҡ, фатирҙар ҙа төҙөлмәй. Төҙөлөш компанияһы хәҙер баш ҡала хакимиәте менән ҡуртым мөҙҙәтен оҙайтыу кәрәк, ти. Тик Өфө мэрияһы был теләктең бойомға ашмаясағын иҫкәртә. Ә тапшырылмаған фатир хужаларына иһә һалым органдарынан түләү ҡағыҙҙары ла килә башлаған.