Балаҡатай районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар.
Яңы Масҡара ауылында бер-нисә быуат дегет етештерәләр. Был эш менән Моратшиндар ғаиләһе шөғөлләнә. Нисек дегет эшләйҙәр һәм ул ҡайҙа ҡулланыла. Дегет етештереү көс һәм сыҙамлыҡ талап итә. Тәүҙә эшселәр ҙур мейескә ут тоҡандыра һәм бер тәүлек самаһы йылыта. Сөнки, ҡайын туҙын ҡайнар хәлгә еткереү өсөн ҡаҙан эсендә температура 500-600 градус булырға тейеш. Эҫелек кәрәкле кимәлгә етһә уның эсендә туҙ ҡайнаталар һәм ҡаҙандан махсус торбалар аша ҡатнаш шыйыҡса ағып сыға. Дегет ҡайнатҡанда төрлө тәбиғи ҡатнашмалар ҙа ҡулланалар. Һуңынан иһә уларҙы айырыр өсөн бер аҙ тоталар һәм ағас мискәгә ҡоялар. Нәбиулла һәм Фуат Моратшиндар нәҫеле бер-нисә быуат дегет етештереү менән шөғөлләнә. Уларҙың ата-бабалары 1830-сы йылдарҙа ҡасып килгән рус крәҫтиәндәренән был һөнәргә өйрәнгән һәм ошо урында үҙҙәренең сәнәғәтен ойошторған. Дегетте күберәген хужалыҡта ҡулланалар. Йылҡы тотҡандар йүгәнде, дилбегәне, ыңғырсаҡ һәм ҡамыт ҡайыштарын, арба деталдәрен майлау өсөн тотона. Шулай уҡ, дегетте көтөүҙән яраланып ҡайтҡан һыйырға һөртәләр. Йәйгеһен ул себен һәм башҡа бөжәктәрҙе яҡын ебәрмәй. Баҡсалағы һөйрәлеүсе-кимереүселәрҙе лә ҡурҡыта икән.Ҡайындан ҡайнатылған дегетте халыҡ медицинаһында ла ҡулланалар. Борон-борондан ата-балалар уның менән ашҡаҙан, ашҡаҙан юлы, үпкә ауырыуҙарынан һәм башҡа бик күп сирҙәрҙән дауаланған. Ололар шыйыҡсаның файҙалы икәнен яҡшы белә, шуға күрә көнкүрештә ҡулланыр өсөн бик теләп һатып ала. Белгестәр дегетте сәләмәтлек өсөн файҙаланғанда табиптар менән кәңәшләшергә саҡыра.