Бөгөн Өфөлә ҡар яуҙы

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә ҡар яуҙы

Синоптиктар күҙаллағанса, көндәр һыуытып бөгөн Өфөлә ҡар яуҙы. Аҙна дауамында һауа торошо ошо килеш һаҡланасаҡ.

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн дә епшек ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға тәҡдим итә. Улар водителдәрҙе туҡтатып ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә кәңәш бирә.