Башҡортостан Хөкүмәтендә ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһының эшенә йомғаҡ яһалды.
1 сентябрҙән 11 октябргә тиклем төбәктә «берҙәм агент» системаһы аша 4,2 меңдән ашыу ОСАГО килешеүе төҙөлгән.. Башҡортостан ҡала һәм райондарында сираттың яйлап кәмеүе күҙәтелә. Төбәктә ОСАГО килешеүҙәрен төҙөгәндә өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп тағыу һәм аварияһыҙ йөрөү коэффициентын тупаҫ ҡулланыу буйынса ялыуҙар һаны кәмегән. Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй автостраховкалаусылар союзына республиканы ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһына индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. Рәсәй автостраховкалаусылар союзы президиумы тейешле ҡарар ҡабул итте һәм 30 августан төбәктә «берҙәм агент» системаһы эшләй башланы.
Башҡортостан Хөкүмәтендә ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһының эшенә йомғаҡ яһалды
Тулыраҡ: Башҡортостан Хөкүмәтендә ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһының эшенә йомғаҡ яһалды