Өфөлә билдәле супермаркеттарҙың береһенә бәйле сираттағы ғауға ҡубырға тора.
«Life» телеканалы хәбәр итеүенсә, ҡулына йәш бала тотҡан ҡатын касса аша үткәс, уның 300 һумлыҡ түләнмәгән тауары барлығы асыҡлана. Супермаркет һаҡсылары ҡатынды сабый менән бергә бәләкәй генә тонсоу бүлмәгә бикләп ҡуя һәм 40 минут тоталар.