Баш ҡалала эт тешләүгә бәйле сираттағы янъял.
Черкассы ауылында ишек алдындағы эт, бәйҙән ысҡынып, балаға ташлана. Бәхеткә, үҫмер иҫән-һау, уның ғүмеренә хәүеф янамай. Саша Хәбибуллиндың дуҫ малайына уйнарға барыуы саҡ ҙур бәлә менән тамамланмай. Өйөнә ҡайтырға сыҡҡан балаға, бәйҙән ысҡынған эт ташлана. Бына ул Барон ҡушаматлы ике йәшлек эт. Хайуан сабыйҙың аяғын ғына тешләп ҡалмай, ә муйынына ла йәбешә. Бәхеткә, Сашаны дуҫы эттән аралап ҡала. Табиптар Сашаның ғүмеренә хәүеф янамауы тураһында әйтә. Шулай ҙа уға бер-нисә көн дауамында махсус препараттар ярҙамында дауаланырға тура киләсәк. Төп сәбәп – Сашаны тешләгән эткә ҡотороу сиренән прививка яһамағандар. Саша Хәбибуллиндың ата – әсәләренең эт хужаларына дәғүәләре юҡ. Сөнки, улар балаға ярҙам күрһәтеүҙән баш тартмай, киреһенсә, барлыҡ сығымдарҙы ла ҡапларға әҙер. Шулай ҙа, яҡтар балаға ташланған хайуанды юҡ итергә кәрәк, тигән фекерҙә. Хәбибуллиндар Барон хужалары менән судлашырға йыйынмай. Ҡыҙғанысҡа күрә, Өфөнөң төнъяҡ өлөшө һәм эргә – тирәләге ауылдар өсөн был беренсегә түгел. Ун етенсе балалар дауаханаһына эт – бесәйҙән таланыу арҡаһында быйыл ғына ике йөҙҙән ашыу сабый килтерелгән. Бәхеткә, табиптар сирлеләрҙең барыһын дә бәләнән аралап ҡалған.