Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итеп, иҫерек водителдәр менән бергәләп көрәшергә саҡыра. Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефон һандары 279-32-92, Өфөнөң коды 347. Унда шылтыратып эскән йә юл ҡағиҙәһен боҙған водитель тураһында хәбәр итергә мөмкин.Дыуандың юл хәрәкәте инспекторҙары иҫерек килеш рульдә килгән водителде туҡтата. Уны асыҡларға граждандар ярҙам итә. 30 йәшлек ханым йөрөткән автомобиль салонында тағы бер пассажир һәм йәш бала ултыра. Ҡатын үҙенең был ҡылығын сабыйын тиҙ арала дауаханаға алып барыу кәрәклеге менән аңлата.Өфө янындағы гараж ширҡәттәренең береһендә иҫерек водителде айыҡ граждан туҡтата һәм полиция килеп еткәнсе тотоп тора. Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны ярҙамында Салауат ҡалаһында иҫерек водитель тотола. Кисен Хендай Солярис руле артында ултырған ирҙең эскәне тураһында хәбәр килә. Ошо турала мәғлүмәт телеграм-чатта ла баҫыла. Эҙләү барышында автомобиль Салауат Юлаев урамында табыла.Руль артында ултырған 37 йәшлек ир 2017 йылда эскән килеш йөрөгәне өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Был юлы ир медицина тикшереүе үтергә баш тарта. Әммә барыбер административ протокол төҙөлөп, хәҙер суд алдында яуап бирә.279 32 92 телефон һандарына шылтыратып, Ҡалтасы районында ла иҫерек водитель хаҡында хәбәр итәләр. Сит ил машинаһын Краснохолм-Нефтекама трассаһында туҡтаталар. Водитель медицина тикшереүе үтергә баш тартмай һәм уның ысынлап та эскән килеш руль артына ултырғаны раҫлана.Административ материал төҙөгән саҡта инспекторҙар ирҙең быға тиклем дә транспорт менән идара итеүҙән ситләтелгәнен асыҡлай. Машинаһы махсус туҡталҡаға оҙатыла. Октябрский ҡалаһында инспекторҙарға көс ҡулланырға тура килә. Төндә улар БМВ машинаһын туҡтата. Ир үҙен тәртипһеҙ тота, закон вәкилдәре менән ҡырыҫ һөйләшә. Ул артабан да ҡасып китмәһен өсөн инспекторҙарға водителде көсләп салондан сығарырға тура килә. Һуңынан шәхесен асыҡлар өсөн эске эштәр бүлегенә килтерелә.Ышаныс телефоны һәм телеграм-чат аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар ҙа табыла. Бигерәк тә светофорҙың ҡыҙыл утына үтеүселәр, юл һыҙаттарын инҡар итеүселәр тураһында мәғлүмәт йә видео ебәрелеп тора.Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны 2010 йылдан бирле эшләй. Ә бына иҫерек водителдәр тураһында хәбәр ҡабул итеүсе ҡыҙыу бәйләнеш быйыл май айынан шылтыратыуҙар ҡабул итә. Ошо арауыҡта бында эскән килеш руль артына ултырған 70-гән кеше тураһында хәбәр килгән.Башҡортостандың дәүләт инспекторҙары тарафынан 12 мең самаһы иҫерек водитель тотолған. Руль артына эскән килеш ултырған водителдәр хаҡында граждандарҙы Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына хәбәр итергә саҡыралар. Телефон һандары 279-32-92, Өфөнөң коды 347. Бәлки, тап һеҙҙең уяулығығыҙ, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыр, тип билдәләй инспекторҙар.
Иҫерек водителдәр менән көрәш
Иҫерек водителдәр менән көрәш