Башҡортостан сәнәғәтселәре хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә.

Башҡортостан сәнәғәтселәре хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә.

Өфө электр заводында Белэнерго берекмәһе объекттары өсөн шунтлы реакторҙарҙың беренсе партияһы әҙер. Илдең алдынғы һәм заманса трансформатор заводынан хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Гөлсөм Рәсүлеваның заводҡа килгәненә бер йыл. Көслө трансформаторҙар йыйыу цехында эшләр өсөн һөнәри оҫталыҡҡа ла ул эш урынында өйрәнгән.Өфө электр заводы 2010 йылдан cафта. Рәсәйҙә юғары вольтлы көслө трансформатор етештереүсе иң ҙур холдингтың етештереү майҙанында көсөргәнеше 35-тән 220 киловатҡа еткән, ҡеүәте 125 мегавольампер диапазоны класындағы көслө трансформаторҙар йыйыла. Уникаль тауар күп көс һәм иғтибар талап итә. Цехтарҙа эштәрҙең күбеһе ҡулдан башҡарыла. Хеҙмәт уңайлығы өсөн ошонда уҡ компьютер ҡуйылған. Экранда конструктор схемаһының өс Д моделе асыҡ.Һыҙманы шартына килтереп ғәмәлдә башҡарғас та йыйылма артабанғы цехҡа тапшырыла. Предприятиела йәмғеһе 400 кеше тулы ике смена хеҙмәт итә. Эш автомат башҡарырлыҡ түгел, шуға ла бер трансформаторҙы йыйырға өс айлап ваҡыт кәрәк. Энергетика өлкәһендә яңы технологиялар ҡулланыу буйынса предприятие алдынғылар рәтендә. Заводтың конструктор бюроһы трансформаторҙарҙың яңы өлгөләрен эшләй. Бөгөн улар Өфө подстанцияларында монтажланған. Завод продукцияһы Рәсәйҙең Сахалиндан Ҡырымға тиклем бихисап төбәктәрендә, Ҡаҙағстан һәм Беларусь республикаларында ҡулланыла. Әле бында Ленинград өлкәһе Балтиҡ газ-химия комплексы өсөн яһалған трансформаторҙар һынау үтә. БелЭнерго объекттары өсөн шунтлы реакторҙар партияһын етештерелгән. Бөгөн Беларусьҡа көслө трансформаторҙар оҙатыу мөмкинлеге ҡарала. Предприятие етештереү ҡеүәтен арттырырға әҙерләнә. Әлеге ваҡытта завод тартыу көсөндәге трансформаторҙар етештереүҙе яйға һалырға йыйына. Илдең эре компаниялары менән килешеүҙәр төҙөлгән. Етештереү ҡеүәттәре үткән йылға ҡарағанда икеләтә, тиерлек, артҡан. Предприятие артабан йылына алтмыш көслө трансформатор сығарыуға өлгәшергә ниәтләй. Бының өсөн биләмәлә икенсе һәм өсөнсө корпустарҙы файҙаланыуға тапшырыу һәм сит ил партнерҙары менән килешеүҙәр төҙөү ҡарала.