Чужой – Өфөлә

Чужой – Өфөлә

Баш ҡала егете Фәнүз Сәлимгәрәев үҙенең гаражында билдәле фильм геройын төрлө тимер элементтарҙан ҡороп ҡуйған. Тимер сымдар, септәр, төрлө торбалар, шөрөп-гайкалар, мотоциклдың крылоһы, хатта ишек йоҙағы – ошо һәм тағы ла башҡа бихисап деталдәрҙән ғәжәйеп һын барлыҡҡа килгән. Оҫта менән Ләйсән Тимербулатова осрашты.Шау тимерҙән торған бейеклеге ике метрлыҡ ҡап-ҡара фильм геройын урамда күрһәң, ыснлап та ҡотоң осорлоҡ. Оҫтаның гаражы эсендә торғанында ғына һоҡланып туймаҫлыҡ ул. Бер йыл элек Фәнүз Сәлимгәрәев бәләкәй һындар эшләү менән мауығыуының ғәжәйеп Чужой кәүҙәһен ҡороп ҡуйыуға әүерелеп китеүен күҙ алдына ла килтермәгәндер. Яңы ҡорамалдар һатып ала. Эшкә мотоцикл, автомобилдең ваҡ деталдәре, арматуралар, хатта электр сымын һаҡлаусы торбалар ҙа китә. Уларҙы оҫтаға таныштары, дуҫтары алып килә, үҙе эҙләп, һатып ала. Гараж һатып алғандан һуң геройының кәүҙәһен йыя башлай. 2 метр 20 см бейеклек, 350-ләп килограмм ауырлыҡтағы һындың нисек ҡоролоуын халыҡ социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп бара. Һатып алырға теләүселәр ҙә бар. Хәҙер иһә Фәнүздән Хищник һынын йыйып ҡуйыуын һорайҙар. Уныһы ла булыр, ти егет, әммә һуңғараҡ. Оҫтаның әлегә ниәттәре башҡараҡ. Ул тиҙҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн тимер мейестәр эшләй башлай.