Бөгөн Кроношпан заводынан йыраҡ түгел ике машина бәрелеште.
Һәләк булыусылар юҡ, ике водитель дә йәрәхәтләнгән.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, етенсе модель ВАЗ машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып “Фиат”ҡа барып бәрелә. Сит ил машинаһының алғы яғы зыян күрә, ә бына Рәсәй машинаһы металлоломға әйләнгән. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра. Айырыуса, иртән юлда боҙлауыҡ булғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү зарур.