Өфөлә сыр етештереүселәр диплом алды

Тулыраҡ: Өфөлә сыр етештереүселәр диплом алды

Өфөлә сыр етештереүселәр диплом алды.

Сыр мәктәбе аграр университетта быйыл сентябрҙә асылғайны. Ун бер кеше рикотта, моцарелла һәм пармезан эшләргә өйрәнде. Ошо биш литр һөт 12 сәғәттән моцареллаға әйләнә. Ысын, башҡорт моцареллаһына, тип өҫтәй Регина Шамахмәдова. Хәҙер уның сыр етештереүсе дипломы бар. Сыр етешетереүгә иғтибарҙың артыуын санкциялар менән аңлаталар. Эшҡыуарҙар һатыуҙа кәмегән ризыҡты үҙебеҙҙә етештерергә ниәтләй. Аграр университетта сыр эшләүселәр мәктәбенең асылыуы ла тормош талабы. Сыр мәктәбен тамамлағандар яңы һөнәрен Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә файҙаланырға йыйына. Баймаҡ районы Темәс ауылында үҙ хужалығында етештерелгән һөттө эшкәртеү теләге Финзиә Байраҡаеваны сыр эшләп ҡарарға этәрә. Хәҙер ул ун төрлө сыр рецептын белә һәм белемен ғәмәлдә ҡулланырға ашыға. Сыр мәктәбендә танышҡан белгестәр бер-береһе менән бәйләнеште артабан нығытырға килешкән. Уларҙың маҡсаты – баҙарҙы сифатлы башҡорт сыры менән байытыу. Уның хаҡы ла сит ил өлгөләренән арзаныраҡ. Республика етәкселеге ярҙам итергә әҙер. Сыр етештереү мөмкинлектәре кесе эшҡыуарлыҡтан башлап эре предприятие етәкселәренә тиклем күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Шуға сыр эшләүселәр мәктәбе яңы уҡыусылар йыйыу тураһында иғлан итә. Был белгестәргә бөгөн ихтыяж ҙур.