Радий Хәбиров «Өфөоргсинтез» заводында булды

Радий Хәбиров «Өфөоргсинтез» заводында булды

Радий Хәбиров «Башнефть» компанияһының «Өфөоргсинтез» заводында технологик процесс барышы менән ҡыҙыҡһынды. Республика башлығы предприятиеның эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Рәсәй нефть химия заводтары араһында иң эре предприятеларҙың береһе органик синтез тауарҙары һәм полимерҙарҙың утыҙҙан ашыу төрө етештерә. Завод илдә фенол һәм ацетонға ихтыяждың 30, полиэтиленға ихтыяждың 15, полипропиленға — 11 процентын ҡәнәғәтләндерә. Бынан тыш “Өфөоргсинтез” Рәсәйҙә этилен-пропилен каучук етештереүсе берҙән-бер предприятие. Төбәк башлығы заводтың технологик процесын ҡарап 2018 йылда яңыртып сафҡа индерелгән кумол етештереү ҡоролмаһы менән танышты. Кумол лак-буяу сәнәғәте өсөн кәрәкле фенол һәм ацетон етештергәндә талап ителгән продукт. Республика башлығына полипропилен ҡоролмаһы эшен таныттылар. Бында етештереү ҡеүәте йылына 130 мең тонна. Полипропиленды приборҙар эшләүҙә, ауыл хужадығында, автомобиль һәм еңел сәнәғәттә ҡулланалар. Радий Хәбиров 1965 йылдан эшләй башлаған һәм 2019 йылда модернизацияланған полиэтилен етештереү комплексын да ҡараны. “Өфөоргсинтез” әлеге ваҡытта бер миллиард 600 миллион һумдан ашыу күләмдәге инвестициялар иҫәбенә таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау проектын бойомға ашыра. 2020 йылдан ”Башнефть” тәбиғәтте һаҡлау сараларына 22 миллиард һум аҡса йүнәлтте.