Бөгөн — билдәле шағирә, тәржемәсе, уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе Рәсимә Ураҡсинаның тыуған көнө, уға быйыл 66 йәш тулған булыр ине.
Шағирә, фольклорсы, тәржемәсе. Рәсимә Ураҡсина балалар яҙыусыһы булараҡ киң таныла. Уның һүҙҙәренә балалар өсөн бихисап йырҙар яҙылған. Рәсимә Минибулат ҡыҙы оҙаҡ йылдар балалар фольклорын йыя. Уның беренсе ике томын сығарыуҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Сит ил һәм рус классиктарының пьесаларын башҡорт теленә тәржемә итеү менән дә шөғөлләнә. Рәсимә Ураҡсина 2002-се йылда театр өсөн Мәскәүгә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡытырға ебәрелгән махсус курстың етәксеһе ине.